✳️ АҠ КӨНДӘРГӘ ИНӘБЕҘ! 📌 ИҒТИБАР! 📅 Кесаҙна, 7 урағай (7 август) — сәфәр айының 13-сө көнө; 📅 Йома, 8 урағай — 14 сәфәр; 📅 Шәмбе, 9 урағай — 15 сәфәр. ✨ ✨ ✨ ✨ ✨ ✨ ✨ ✨ ✨ ✨ ✨ ✨ Пәйғәмбәребеҙ ﷺ мәшһүр хәҙисендә: "Һәр айҙағы өс көнлөк ураҙа йыл буйы тотолған ураҙаға тиң", — тигән (әл-Бохари, Мөслим, сахих хәҙис). Шулай уҡ, ул ﷺ сәхәбәһе Әбү Ҙәргә: "Айҙан өс көн ураҙа тотһаң, 13-сө, 14-се һәм 15-се көндәрендә тот", — тигән (әт-Тирмиҙи, хәсән хәҙис). Ибн Ғәббәс сәхәбә иһә шулай тигән: "Аллаһ рәсүле ﷺ аҡ көндәрҙә ашамаҫ (ураҙа тотор) ине: өйҙә булғанында ла, сәфәрҙә лә" (ән-Нәсәи, хәсән хәҙис). 📌 Аҡ көндәр – күктәге айҙың туп-тулы булған өс төнө (һижри тәҡүим буйынса – ай уртаһы). Был төндәр көн кеүек яҡты булғанға шулай атағандар. 💡 Иғтибар! Аҡ көндәрҙең 1-се көнөн тотҡанда кесаҙна көнөнөң сөннәт ураҙаһын да ҡуша ниәт итеп тоторға мөмкин (шул рәүешле бер көндә ике ураҙаның сауабына ирешеп була🤲