Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Әсәм йәйҙе банкаларға бикләй

Әсәм йәйҙе банкаларға бикләй, Көр булһын, тип күңел ҡышын да. Еләк, көртмәле йә ассорти, тип Яҙып ҡуя шунан тышына. Алма иҙмәһенә емеш ҡушып, Әсәм йәйҙе ҡаҡтар итеп ҡаҡлай. Шулайтып ул һуш китмәле мәлдең Йәмле-е йәмен, тәмле-е тәмен һаҡлай. Йәй йәмдәрен әсәм ылашында Баш-баш ҡорот итеп ыҫлап ала, Йә ҡояшта кипкән үлән итеп Киндер тоҡтарына һипләп һала. Көр булһын тип күңел ҡыш көнө лә, Әсәкәйем йөрөй йәйҙе йыйып! Эй, әсәйем, ҡояш кеүек һинән Йәй былай ҙа китә алмаҫ ҡыйып… Гөлнара Хәлфетдинова.

Әсәм йәйҙе банкаларға бикләй,

Көр булһын, тип күңел ҡышын да.

Еләк, көртмәле йә ассорти, тип

Яҙып ҡуя шунан тышына.

Алма иҙмәһенә емеш ҡушып,

Әсәм йәйҙе ҡаҡтар итеп ҡаҡлай.

Шулайтып ул һуш китмәле мәлдең

Йәмле-е йәмен, тәмле-е тәмен һаҡлай.

Йәй йәмдәрен әсәм ылашында

Баш-баш ҡорот итеп ыҫлап ала,

Йә ҡояшта кипкән үлән итеп

Киндер тоҡтарына һипләп һала.

Көр булһын тип күңел ҡыш көнө лә,

Әсәкәйем йөрөй йәйҙе йыйып!

Эй, әсәйем, ҡояш кеүек һинән

Йәй былай ҙа китә алмаҫ ҡыйып…

Гөлнара Хәлфетдинова.