-Ҡаҡты электән ҡоям, бәләкәй сағымдан күреп үҫтем бит. Баҡсабыҙҙа алманың 4-5 төрө үҫте , грушабыҙ ҙа булды .Әнейем аш-һыуға оҫта булды.Ҡаҡты оҫталап фанерала киптерер ине. ти, уңған төркөмдәшебеҙ Ләлә Мозафарова. Емеш - еләгебеҙҙе ҡайҙа инде ул әрәм итеү? Повидло күпләп яһалды, ҡаҡтар ҡойолдо.Ҡауынды ла киптереп алды бер йыл әнейем. Ҡапсыҡ - ҡапсыҡ киптерелгән алманан өҙөлмәнек. Ҡыш буйына ләүәштәр бешерҙек Ләүәшкә эслек- кипкән ер еләге менән повидло , быҡтырылған балан менән повидло , ҡараға, ниндәйҙере генә булманы! Ҡаҡ ҡойоу минең күңелемә яҡын . Бала сағымдың матур хәтирәләре яңыра . Ихлас донъя көткән әней менән әтейем йорто , бай баҡсабыҙҙы күҙ алдыма килтереп, хәтирәләргә сумып, ҡаҡ ҡоям. Рецебы менән уртаҡлашам әле: Матурлап алмаларҙы йыуып , ҡабығынан әрсеп , турайым . Әҙ генә һыу йә сейә һутын ҡушып быҡтырам . Дуршлагта һарҡытып тотам һәм дуршлаг аша үткәрәм . Матур ғына иҙелмә әҙер була . Быяла биттәрен үҫемлек майы менән һөртөп алам һәм 4-5 мм ҡалынлығында и