Бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Синоптиктар фаразлауынса, дүшәмбе, 4 августа, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе мөмкин. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын, йәшен ваҡытында көслө. Һауа температураһы көндөҙ +26,+31°. Шишәмбе һәм шаршамбы, 5 һәм 6 августа, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, көндөҙ йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +12,+17°, көндөҙ +24,+29°.
Республикала 31 градус эҫе булыуы фаразлана
4 августа 20254 авг 2025
~1 мин