Билдәле модель Ирина Шейк (Шәйхелисламова) Италияның Vogue журналына биргән интервьюһында башҡорт өләсәһе менән ғорурланыуы тураһында һөйләгән. Ғәлиә Шәйхисламова 1924 йылда Сибай ҡалаһында тыған, 19 йәшендә үҙ теләге менән Бөйөк Ватан һуғышына китә, разведкала хеҙмәт итә, еңеүҙе Австрияла ҡаршы ала. Модель өләсәһе хөрмәтенә ҡыҙына Лея тип исем ҡушҡан. "Мин көслө ҡатын-ҡыҙҙар уратыуында үҫтем. Атайым яғынан өләсәйем Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Минең өсөн ул ер йөҙөндәге иң изге күңелле, яҡты йөҙлө кеше. Әсәйем иһә үҙ үҙенә ныҡ ышанған көслө кеше ине. Мине һәм апайымды аяҡҡа баҫтырыу өсөн ул бер түгел, ике эштә тир түкте. Тап уларҙың миҫалы тормошомдағы төп ҡиммәтҙе формалаштырҙы ла инде, ҡыҙыма ла шуны тапшырырға тырышам”, – ти Ирина.