Башҡортостанда ҡорот байрамы үтә 16 августа Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында «Хәйбулла ҡорото» төбәк-ара этно-фестивале үтә. Байрамдың төп геройы - популяр милли продукт, сыр төрө булып һаналған - башҡорт ҡорото. Байрам ҡунаҡтарын бай программа көтә: ҡорот эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмәләр һәм йәрминкә-һатыуҙар. Этно-фестивалгә килеүселәрҙең фольклор йолаларын күреү мөмкинлеге лә буласаҡ. Быйыл Учалы, Белорет, Бөрйән, Әбйәлил, Ейәнсура, Баймаҡ, Хәйбулла райондарынан, Ырымбур өлкәһенән һәм Ҡаҙағстандан ҡатнашыусылар көтөлә.