Өйгә ҡайтыу юлы Баймаҡ районында, «Музей аҙналығы» акцияһы сиктәрендә, Темәс тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм ветерандар өсөн «Өйгә ҡайтыу юлы» исемле сара үткән. Иң тәүҙә Темәс ауыл биләмәһе башлығы Айгөл Байрамғолова яугирҙәрҙе батырлыҡтарын һәм фиҙакәрлектәрен билдәләп сәләмләй. Музей мөдире Айҙар Мәжитов 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт полктарының хәрби батырлыҡтары тураһында һөйләп, уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрә. Яугирҙәр хәрби хеҙмәт, яугирҙәрҙең көнкүреше һәм туғандарынан, ауылдаштарынан алған ярҙамдың мөһимлеге хаҡында һөйләй. Берҙәмлек рухын нығытыу өсөн хәрби туғанлыҡ булдырыу кәрәклеге тураһында фекер алышыу була. Осрашыу сәй эсеү, видеояҙмалар ҡарау менән тамамлана. К. Усманова. Сығанаҡ: Темәс тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы.