Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Тормош

Тормош.

Әүәлгесә гөрләп туйҙар үтә.

Һөрән һалып сабыйҙар тыуа.

Табындарҙа күңел әсир итеп

Йыраусылар әле көй һуҙа.

Йәш киленгә башлап шишмә юлын

Күрһәтәләр йәп- йәш бикәстәр.

Еңгәйҙәрҙән янсыҡ өмөт итеп

Ҡапҡа ҡырлай шаян ҡәйнештәр.

Килен сәйҙәренә йөрөшөүҙәр

Шөкөр, бар әле ул һаман да.

Ауылдарҙа халыҡ йолалары

Шөкөр тейем, әле һаҡлана.

Килен күрнештәре таратыла

Яңы туғанлыҡты иҫбатлап.

Үҙенеке итеп йәш киленде

Ҡабул итә ауыл ихласлап.

Самими ҙә, ябай, ғәҙәти лә,

Аңлайышлы ауыл тормошо.

Шул тулҡынға көйләп булһа ине

Ил- йорттоң да күңел торошон.

PS.

Гел сыйышып түгел, һыйышып

Тыныс йәшәүҙәргә ни етә!

...Йәшәү ҡанундарын ҡабул итеп

Ауылдарҙа гөрләп туй үтә.

ӘлхәмдүлиЛлаһ.

Гөлзифа Исрафилова.