☀Йәйҙең һуңғы айы: августа ниндәй һауа торошо көтөлә? Башгидромет хәбәр итеүенсә, августа уртаса айлыҡ һауа температураһының нормаға ярашлы булыуы көтөлә. Йәйҙең һуңғы айында норма +17,2 градус. Айлыҡ яуым-төшөм күләме лә нормаға яҡын булыр тип фаразлана. Августа ғәҙәттә яуым-төшөм 45-65 миллиметр тәшкил итә, тип билдәләне белгестәр.