-11 июлдә Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы ағзалары эш сәфәре менән Ырымбур ҡалаһында булды. Был сәфәр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының эш планына ярашлы, сит өлкәләрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ менән бәйләнеште нығытыу, улар менән хеҙмәттәшлек итеү маҡсатында ойошторолдо. Беҙҙе Ырымбур ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Марат Самат улы Сарбаев етәкселегендәге делегация йыр-моң менән ҡаршы алды. Тәүҙә Ырымбурҙың үҙәгендә урынлашҡан этно-ауылдар комплексындағы Башҡорт тарихы һәм мәҙәниәте музейында булдыҡ. Музей менән танышҡас, ошонда уҡ “түңәрәк өҫтәл” артында эшлекле һөйләшеү булды. Ырымбурҙағы коллегаларыбыҙ үҙҙәренең эшмәкәрлеге, музейҙың тарихы, үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән сығыш яһаны. Артабан һүҙ баймаҡтарға бирелде. Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Азамат Мөхәмәтшин район ҡоролтайы ағзалары менән таныштырҙы, ойошма алып барған эштәр, проекттар тураһында һөйләне. Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры, тарихсы-реконструктор
-11 июлдә Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы ағзалары эш сәфәре менән Ырымбур ҡалаһында булды
19 июля 202519 июл 2025
2 мин