Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Мәрхүм ата-әсәйеңдең, туғандарыңдың, өйгә кеше саҡырып, йыллығын уҡытыу кәрәкме

Мәрхүм ата-әсәйеңдең, туғандарыңдың, өйгә кеше саҡырып, йыллығын уҡытыу кәрәкме? Ғөмүмән, ашҡа кеше саҡырыу, шул мәжлес мәлендә Ҡөрьән уҡытыу һәм шул мәжлестә мәрхүм туғандар өсөн доғалар ҡылыу – рөхсәт ителгән эштәрҙән. Әммә был ҡунаҡ йыйыуҙы махсус ниндәйҙер бер көнгә бәйләргә ярамай. Мәҫәлән, кеше вафат булһа, мотлаҡ өс, ете йә ҡырҡ көн үткәс, ҡунаҡ йыйырға кәрәк, тигән йола – Исламдан түгел. Ул – христиандар (насраниҙар) йолаһы. Йыллыҡтар менән дә шул уҡ хәл. Тап өс, ете йә ҡырҡ көн, йә бер йыл үтеүгә ҡунаҡ саҡырып һыйлар кәрәк, ошо көндәрҙә доғалар нығыраҡ ҡабул була, йә ошо көндәрҙә мәрхүмдең йәне кире өйөнә ҡайта, тигән кеүек ышаныуҙар – хөрәфәт (суеверие) һәм бидәғәт (ересь). Әгәр шундай сәбәптәр айҡанлы ашҡа кеше йыйылһа, киреһенсә, был ҙур гонаһ буласаҡ, ә сауап түгел. Хатта ул ашта Ҡөрьән уҡылһа ла, доғалар ҡылынһа ла. Шуға күрә бындай йола-ғәҙәттәр туҡтатылырға һәм хәләл, сөнни йола-ғәҙәттәр менән алмаштырылырға тейеш. Был турала абруйлы боронғо башҡорт-татар мосолман ғ

Мәрхүм ата-әсәйеңдең, туғандарыңдың, өйгә кеше саҡырып, йыллығын уҡытыу кәрәкме?

Ғөмүмән, ашҡа кеше саҡырыу, шул мәжлес мәлендә Ҡөрьән уҡытыу һәм шул мәжлестә мәрхүм туғандар өсөн доғалар ҡылыу – рөхсәт ителгән эштәрҙән.

Әммә был ҡунаҡ йыйыуҙы махсус ниндәйҙер бер көнгә бәйләргә ярамай. Мәҫәлән, кеше вафат булһа, мотлаҡ өс, ете йә ҡырҡ көн үткәс, ҡунаҡ йыйырға кәрәк, тигән йола – Исламдан түгел. Ул – христиандар (насраниҙар) йолаһы. Йыллыҡтар менән дә шул уҡ хәл.

Тап өс, ете йә ҡырҡ көн, йә бер йыл үтеүгә ҡунаҡ саҡырып һыйлар кәрәк, ошо көндәрҙә доғалар нығыраҡ ҡабул була, йә ошо көндәрҙә мәрхүмдең йәне кире өйөнә ҡайта, тигән кеүек ышаныуҙар – хөрәфәт (суеверие) һәм бидәғәт (ересь). Әгәр шундай сәбәптәр айҡанлы ашҡа кеше йыйылһа, киреһенсә, был ҙур гонаһ буласаҡ, ә сауап түгел. Хатта ул ашта Ҡөрьән уҡылһа ла, доғалар ҡылынһа ла.

Шуға күрә бындай йола-ғәҙәттәр туҡтатылырға һәм хәләл, сөнни йола-ғәҙәттәр менән алмаштырылырға тейеш. Был турала абруйлы боронғо башҡорт-татар мосолман ғалимдары (Утыҙ-Имәни, Ризаитдин Фәхретдин һәм башҡалар) бер быуат элек тә, ике быуат элек тә асыҡтан-асыҡ яҙып ҡалдырған.

Ҡабатлап әйтәбеҙ, ҡунаҡ йыйыу – насар эш түгел. Быны мәрхүмдең вафат булған көнөнә бәйләү – ана шул насар. Ниндәйҙер бүтән берәй көндә – бөтә туғандарығыҙ өсөн дә уңайлы берәй ваҡытта – йыйылығыҙ. Мәрхүмдең вафат булғанына туғыҙ ай үткәнме, йыл ярым үтеп киткәнме – быға ҡарамағыҙ, Исламда ундай "махсус көндәр" юҡ.

Ә Аллаһ яҡшыраҡ белә.

"Башҡорттарға – дин!" төркөмөнән.