Ошо көндәрҙә Күҫәләр ауылында йәшәүсе Флорида Тәфҡәлүн ҡыҙы Закирова 70 йәшлек юбилейын билдәләй. Ауыл-ҡатын ҡыҙҙарына һоҡланмау мөмкин түгел. Иртә таңдан тороп, эңер төшкәнсе эштән бушамай улар. Шундай өлгөр, өлгөлө уңғандарҙың береһе – Флорида Закирова тураһында был мәҡәләм.
Ул 1955 йылдың 20 июлендә Дыуан районының элекке Әбсән ауылында донъяға килә. Үҫеп буй еткәс, Флорида Салауат районы Күҫәләр ауылына килен булып төшә. Бында ул хеҙмәт юлын китапханасы булып башлай. Эш ҡулдары етешмәгәс, уны “Йүрүҙән” совхозының Күҫәләр һөтсөлөк фермаһына һауынсы итеп саҡыралар. Бәләкәйҙән был эште күреп үҫкән ҡыҙға фермала эшләү ауыр булмай. Әйткәндәй, уның әсәһе – Сәүиә апай һуғыш йылдарында 13 йәштән фермала эш башлап, 40 йылдан ашыу алдынғы һауынсы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға һәм берҙән-бер ҡыҙы ҡарауында йәшәй.
Флорида Тәфҡәлүн ҡыҙы ла һәр саҡ алдынғылар рәтендә була, 1999 – 2000 йылдарҙа район буйынса һауынсылар араһында чемпион исемен яулай.
Алдынғы һауынсы, әүҙем йәмәғәтсе булараҡ, төрлө