18 июлдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Ростех Дәүләт Корпорацияһының генераль директоры Сергей Чемезов “Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе” (“ОДК-УМПО”) асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең беренсе ҡуртым йортон асыу тантанаһында ҡатнашты. Сара предприятиеның 100 йыллыҡ юбилейы сиктәрендә үтте, тип хәбәр итә республика Башлығының матбуғат хеҙмәте. Тантанала шулай уҡ Ростех Дәүләт корпорацияһының авиация кластерының индустриаль директоры Анатолий Сердюков, “Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһының” генераль директоры Александр Грачев, Ростех Дәүләт корпорацияһының “Радиоэлектрон технологиялар” концернының генераль директоры Александр Пан, Ростех Дәүләт корпорацияһының “Рособоронэкспорт” компанияһының генераль директоры Александр Михеев ҡатнашты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылдың ноябрендә Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе һәм “ДОМ.РФ” компанияһы предприятиела эшләгән осорҙа ситтән килгән хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына торлаҡ биреү өсөн күп фатирлы
Радий Хәбиров һәм Сергей Чемезов Өфөлә фатир асҡыстары тапшырҙы
18 июля 202518 июл 2025
2 мин