17 июлдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров буласаҡ моторҙар эшләүселәргә «Ваҡыт капсулаһы»н һалыу тантанаһында ҡатнашты. Сара Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы-Өфө моторҙар эшләү берекмәһе асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 100 йыллығына арналған байрам саралары сиктәрендә үтте. 50 йылдан һуң асыуға тәғәйенләнгән «Ваҡыт капсулаһы»н тутыҡмай торған ҡоростан эшләгәндәр. Уға предприятие традицияларын һәм ҡиммәттәрен сағылдырған артефакттар һалынған. Улар иҫәбендә – киләсәк быуындарға хаттар, республиканың авиация двигателдәре эшләү тарихы һәм үҫеше тураһында һөйләгән очерктар китабы, «Моторостроитель» корпоратив гәзитенең юбилей сығарылышы, заводта эшләүселәрҙең балалары һүрәттәре һәм башҡалар. Тантанала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Башҡортостан Башлығы завод хеҙмәткәрҙәренә һәм ветерандарына һөнәри оҫталыҡтары һәм эшкә тоғролоҡтары өсөн рәхмәт белдерҙе. – Башҡортостан сәнәғәтенең ғорурлығы булған предприятиены – Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы-Өфө моторҙар эшләү берекмәһен
Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең 100 йыллығына «Ваҡыт капсулаһы» һалынды
17 июля 202517 июл 2025
2 мин