Найти в Дзене

Радий Хәбиров Николай Гастелло һәйкәленә сәскәләр һалды

17 июлдә Өфөлә Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы-Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең 100 йыллығы хөрмәтенә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Советтар Союзы Геройы, осоусы Николай Гастелло һәйкәленә сәскәләр һалды. Тантанала Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы-Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең идара итеүсе директоры Евгений Семивеличенко, предприятиеның элекке етәкселәре – Ростех Дәүләт корпорацияһының авиация программалары буйынса идара итеүсе директоры Александр Артюхов һәм «Хели-драйв» компанияһының генераль директоры Юрий Пустовгаров, шулай уҡ республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, муниципалитет вәкилдәре, махсус хәрби операция һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары ҡатнашты. Билдәләп үтәйек: Николай Гастелло һәйкәле Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә 1985 йылда асылған. Герой Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында, «утлы таран» яһап, бомбардировщигын дошман колоннаһына йүнәлтеүе менән дан тота. Һәйкәлдең авторы – БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы Александр Панов. Сәскә һалыу тантанаһынан һуң Баш

17 июлдә Өфөлә Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы-Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең 100 йыллығы хөрмәтенә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Советтар Союзы Геройы, осоусы Николай Гастелло һәйкәленә сәскәләр һалды.

Тантанала Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы-Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең идара итеүсе директоры Евгений Семивеличенко, предприятиеның элекке етәкселәре – Ростех Дәүләт корпорацияһының авиация программалары буйынса идара итеүсе директоры Александр Артюхов һәм «Хели-драйв» компанияһының генераль директоры Юрий Пустовгаров, шулай уҡ республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, муниципалитет вәкилдәре, махсус хәрби операция һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары ҡатнашты.

Билдәләп үтәйек: Николай Гастелло һәйкәле Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә 1985 йылда асылған. Герой Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында, «утлы таран» яһап, бомбардировщигын дошман колоннаһына йүнәлтеүе менән дан тота. Һәйкәлдең авторы – БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы Александр Панов.

Сәскә һалыу тантанаһынан һуң Башҡортостан Башлығы махсус хәрби операция һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары менән аралашты, шулай уҡ Николай Гастелло һәйкәле урынлашҡан скверҙы ҡараны.

Сығанаҡ: https://glavarb.ru/ba/news/event/radiy-hbirov-f-motorar-eshl-berekmene-100-yyllyy-hrmten-nikolay-gastello-yklen-ssklr-aldy/