Найти в Дзене
Бөрйән яңылыҡтары

Медицина хеҙмәткәрҙәренә наградалар тапшырылды

Медицина хеҙмәткәрҙәренә наградалар тапшырылды

Бөгөн БР һаулыҡ һаҡлау министрлығының күсмә коллегияһы барышында медицина хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы.

Район үҙәк дауаханаһының анестезиолог-реаниматологы, хирургы Епифанов Игорь Серафимовичҡа "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған врачы" тигән маҡтаулы исем бирелде.

Медсестра Сәғитова Тәнзилә Хәйҙәр ҡыҙы "Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы" билдәһенә лайыҡ булды.

Дауахананың палата медсестраһы Луиза Рәил ҡыҙы Айытбаеваға һәм Исламбай ФАП-ы фельдшер-акушеры Зәбирә Шәмсетдин ҡыҙы Әхмәтйәноваға министрлыҡтың Почет грамотаһы тапшырылды.

Район үҙәк дауаханаһы терапевты Инзиә Салауатова менән палата медсестраһы Рәзилә Миндеғолова министрлыҡтың Рәхмәт хатына лайыҡ булдылар.

Медицина хеҙмәткәрҙәрен ҡотлайбыҙ, эштәрендә артабан да уңыштар теләйбеҙ!

@Таң гәзите