БАТЫР ЕГЕТ РУХЫНА БАҒЫШЛАП
БАТЫР ЕГЕТ РУХЫНА БАҒЫШЛАП “Урал” ФОК-ында МХО-ла батырҙарса һәләк булған Ҡаһарманлыҡ ордены кавалеры, өлкән лейтенант Ғәлинур Нурғәле улы Сөләймәнов иҫтәлегенә милли йәйәнән уҡ атыу буйынса республика турниры үтте. Сарала Сибай, Өфө ҡалаһы, Бөрйән, Баймаҡ, Әбйәлил, Белорет, Учалы райондарынан барлығы 40-ҡа яҡын уҡсы көс һынашты. Турнир Ғәлинурҙың яҡындары ярҙамында һәм "Ватанды һаҡлаусылар" фонды ҡатнашлығында үтте. Еңеүселәргә кубоктар, миҙалдар, грамоталар, 5, 7, 10 мең һум күләмендә аҡсалата бүләктәр, махсус приздар тапшырылды...