ФЕКЕР ВАҠЫТ, ТОРМОШ ҺӘМ МАҠСАТТАР Бала саҡта ваҡыт яй ғына үтә ине, ҙурайғас йәки олоғайғас хатта тиҙ үтә башланы, тип һөйләгәндәрен йыш ишетегә тура килә. Ә бит ваҡыт һәр осорҙа ла бер төрлө үтә. Ғөмүмән, был психологик күренеш. Бала саҡта яй үткән һымаҡ, сөнки ул ваҡытта ниндәйҙер ҙур маҡсаттар ҡуйылмай, дөрөҫөрәге, улар бөтөнләй булмай. Шуға балалар ҡайҙалыр ынтылмайҙар, ә бөгөнгө көн менән йәшәйҙәр, һәр мәлде тоялар һәм күҙәтәләр—тормош барышы менән ләззәтләнәр. Ҙурая бара маҡсаттар барлыҡҡа килә башлай... Артабан улар күбәйә, күбәйә, күбәйә... Һәм ғүмер буйы шул маҡсаттарға ынтылып, тормоштоң үткәнен күрмәй ҙә ҡалалар. Шуға ваҡыт тиҙ үткән һымаҡ. Минең ҡараштан, тормошта маҡсат берәү генә булырға тейеш: тышҡа ҡарай түгел, ә үҙеңә ҡарай. Ул—үҙ өҫтөңдә эшләү. Шул ваҡытта һиңә нимә кәрәк, улар үҙҙәре алдыңа киләсәк. Артыҡ та, кәм дә түгел; ә һин күпмегә лайыҡ—шул тиклем... Иң мөһиме: тормошто күрәсәкһең һәм тәмен тоясаҡһың. ✍Наил Юлдашбаев.