😳Шүлгәнташ мәмерйәһендә тәүтормош кешеләренең тағы ла һүрәттәре табылған! Мәскәү дәүләт университетының тарих факультеты студенттары Шүлгәнташ мәмерйәһендә практика үткән саҡта быға тиклем билдәле булмаған ташҡа төшөрөлгән һүрәттәр тапҡан. Улар зәңгәр һәм асыҡ күк төҫөндә булыуы менән үҙенсәлекле, быға тиклем палеолит осорона ҡараған урындарҙа осрағаны булмаған. Европа һәм Уралдағы мәмерйәләрҙе 120 йылдан ашыу өйрәнеү дәүерендә тик ҡара, ҡыҙыл һәм һары төҫтәге һүрәттәр генә осраған. Ә күк һәм йәшел буяу эҙҙәрен палеолит осороноң асыҡ тораҡтарында ғына тапҡандар. Ғалимдар быны шул дәүер мәҙәниәтенең йола тыйыуҙарына бәйлелер, тип иҫәпләгән булған. “Изге урын һаналған мәмерйәләр эсендәге өҫкө палеолит дәүеренә ҡараған таш ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәр өс төҫтә генә булған тигән ҡаты тезис был рәүешле ҡапыл юҡҡа сығыуы һуңғы йөҙйыллыҡта нығынған мәмерйә сәнғәтенең төҫ символикаһы тураһында ғына түгел, тотош палеолит мәҙәниәтенең һыны һәм үҫеше хаҡындағы ҡараштарҙы нигеҙенән үҙгәртә”, - т
😳Шүлгәнташ мәмерйәһендә тәүтормош кешеләренең тағы ла һүрәттәре табылған
16 июля 202516 июл 2025
~1 мин