Халҡыбыҙҙың милли аш-һыу йолаларын һаҡлау һәм тергеҙеү, йәш быуынды ғөрөф-ғәҙәттәргә ылыҡтырыу маҡсатында Баймаҡ районының Әхмәр мәҙәниәт йортонда "Эремсек" байрамы ойошторолдо. Байрамға ауылдың олоһо ла, кесеһе лә йыйылды. Килендәр фольклор коллективының матур йырҙары, балаларҙың сығыштары байрамға йәм өҫтәне. Оҫталыҡ дәрестәре, һатыу-күргәҙмә лә ойошторолғайны. Сарала ҡатнашыусылар үҙҙәре менән дөйөм байрам табынына төрлө тәмлекәстәр, ҡаймаҡ, эремсектән бешерелгән, бәлештәр, бауырһаҡ, ҡоймаҡ, вареник һ. б алып килгән.Әле күптәр тәбиғи ризыҡтарға, сәләмәт туҡланыуға өҫтөнлөк бирә. Өҫтәлдәрҙә хәҙер шифалы ҡымыҙ, талҡан, буҙа, ҡыҙыл эремсек һәм башҡа милли ризыҡтарыбыҙ ныҡлап урын ала. Милли ризыҡтарға дан йырлаған был байрамда ла милли аштарҙың файҙаһы, үҙенсәлектәре, эшләү рецебы менән таныштылар. Юҡҡамы ни, үҙ ереңдең ризығы-иң шифалыһы тимәйҙәр инде. Ошондай файҙалы милли ризыҡтарыбыҙға күберәк өҫтөнлөк бирһәк, күпләп ҡулланһаҡ, милләтебеҙ ҙә һау-сәләмәт булыр, йолаларыбыҙ ҙа он
Халҡыбыҙҙың милли аш-һыу йолаларын һаҡлау һәм тергеҙеү, йәш быуынды ғөрөф-ғәҙәттәргә ылыҡтырыу маҡсатында Баймаҡ районының Әхмәр мәҙәниәт
12 июля 202512 июл 2025
~1 мин