Ябай... Үҫтек иркәләнмәй генә, Ябай ғына һый менән, Алда беҙҙе затлы һыйҙар Көтә тигән уй менән. Ябай ҡатыҡ, ябай ҡорот, Ябай ғына эремсек, Май-ҡаймағы, ите-һөтө - Булма ғына иренсәк! Ә йәйҙәрен, еләк бешкәс, Бына ҡайҙа хан һыйы! Ул бөрлөгән, ул ҡарағат - Тик өлгөр генә йыйып! Йүкә япрағына төргән Яңғыҙаяҡ ләззәте! - Сейә майлау, муйыл майлау - Уңғандарҙың ғәҙәте. Затлы һыйы ергенәмдең, Болон-урмандарының. Төшөнә лә инмәй былар Париж гурмандарының! Ябай тимә... Гүзәл Ситдикова