Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Аҡ яулыҡ

Аҡ яулыҡ. Ҡара таңдан, эш башларҙан алда, Аҡ яулыҡты сөйөп бәйләйем, Эшем йыйнаҡ, уйым тыйнаҡ булһын –Эстән генә шулай теләйем. Аш-һыуыма сәсем ҡойолмаһын, Таҙа булһын ҡылған эштәрем, Донъям йөгө ауыр тойолмаһын, Йорт-ҡурамда булһын хәстәрем. Эшләнмәгән эшем йыйылмаһын, Аҡтан-пактан булһын хистәрем, Иртә таңдан ҡояш шат йылмайһын, Шатлыҡ менән етһен кистәрем… Аҡ яулығым ситен ал сәскәләр, Күҙҙең яуын алып, биҙәгән, Бүләк иткән кешем аҡ бәхеттәр, Аллы-гөллө яҙмыш теләгән. Аҡ ерлекле аллы-гөллө яҙмыш Үҙ ҡулымда. Беләм ҡәҙерен. Үҙ ҡулдарым менән гөл үҫтерәм, Көтөп ултырмайым әҙерен. Аҡ яулыҡты сөйөп башҡа бәйләп, Донъя көтөүҙәре күңелле! Парлап донъя көтөү – үҙе рәхәт! Эшләй алыу – бәхет түгелме? Фирүзә Абдуллина.

Аҡ яулыҡ.

Ҡара таңдан, эш башларҙан алда,

Аҡ яулыҡты сөйөп бәйләйем,

Эшем йыйнаҡ, уйым тыйнаҡ булһын –Эстән генә шулай теләйем.

Аш-һыуыма сәсем ҡойолмаһын,

Таҙа булһын ҡылған эштәрем,

Донъям йөгө ауыр тойолмаһын,

Йорт-ҡурамда булһын хәстәрем.

Эшләнмәгән эшем йыйылмаһын,

Аҡтан-пактан булһын хистәрем,

Иртә таңдан ҡояш шат йылмайһын,

Шатлыҡ менән етһен кистәрем…

Аҡ яулығым ситен ал сәскәләр,

Күҙҙең яуын алып, биҙәгән,

Бүләк иткән кешем аҡ бәхеттәр,

Аллы-гөллө яҙмыш теләгән.

Аҡ ерлекле аллы-гөллө яҙмыш

Үҙ ҡулымда. Беләм ҡәҙерен.

Үҙ ҡулдарым менән гөл үҫтерәм,

Көтөп ултырмайым әҙерен.

Аҡ яулыҡты сөйөп башҡа бәйләп,

Донъя көтөүҙәре күңелле!

Парлап донъя көтөү – үҙе рәхәт!

Эшләй алыу – бәхет түгелме?

Фирүзә Абдуллина.