* * * Ваҡыт- табип. Яраларҙы Өҫтән ямап, тегеп ҡуя... Ул яраның һулҡылдауын Бары йөрәк кенә тоя. Тыштан бөтөн, эҙе лә юҡ, Һиҙелгәндәй бер йөйө юҡ... Ул яраның һыҙлауының Иге лә юҡ, сиге лә юҡ. Көнө лә юҡ, төнө лә юҡ, Онотторор саралар юҡ. Йән яраһына ябырлыҡ Бәлзәмдәр юҡ, дауалар юҡ. Ваҡыт дауаламай. Ваҡыт бары Алыҫайта ғына араларҙы... Тәрәнерәк итеп яраларҙы. Кемдәр тапты йөрәк яраларын Оноттора торған сараларҙы?!. 🖊️Гөлзифа Исрафилова