Найти в Дзене
Атайсал гәзите

🌿Зарарлы үҫемлек таралыу сәбәпле Башҡортостан төбәгендә карантин индерелде

🌿Зарарлы үҫемлек таралыу сәбәпле Башҡортостан төбәгендә карантин индерелде Башҡортостандың Ейәнсура районында өс өлөшлө амброзияның таралыу осрағы асыҡланған. Ошоға бәйле был биләмәлә карантин фитосанитар режимы булдырылған. Карантин участкаһының дөйөм майҙаны 240 гектар тәшкил итә. Амброзия трифидаһы — тупраҡты ҡаҡшатыусы ҡый үләне. Ул үҫкән баҫыуҙарҙа уңдырышлылыҡ кәмей. Яландарҙа һәм көтөүлектәрҙә был ҡый үләне иген һәм ҡуҙаҡлы үләндәрҙе урынынан ҡуҙғата, бесәндең сифатын ҡырҡа кәметә. Бынан тыш, амброзия сығарған һеркә ҡаты аллергия тыуҙыра, күреү һәләтенең насарайыуына, үпкә шешеүенә килтерергә мөмкин.

🌿Зарарлы үҫемлек таралыу сәбәпле Башҡортостан төбәгендә карантин индерелде

Башҡортостандың Ейәнсура районында өс өлөшлө амброзияның таралыу осрағы асыҡланған. Ошоға бәйле был биләмәлә карантин фитосанитар режимы булдырылған.

Карантин участкаһының дөйөм майҙаны 240 гектар тәшкил итә.

Амброзия трифидаһы — тупраҡты ҡаҡшатыусы ҡый үләне. Ул үҫкән баҫыуҙарҙа уңдырышлылыҡ кәмей. Яландарҙа һәм көтөүлектәрҙә был ҡый үләне иген һәм ҡуҙаҡлы үләндәрҙе урынынан ҡуҙғата, бесәндең сифатын ҡырҡа кәметә. Бынан тыш, амброзия сығарған һеркә ҡаты аллергия тыуҙыра, күреү һәләтенең насарайыуына, үпкә шешеүенә килтерергә мөмкин.