Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Алғаҙы ауылына 300 йыл тулды

Алғаҙы ауылына 300 йыл тулды! Түңгәүерҙең ошо матур ауылының энергетикаһын аңлатып биреү мөмкин түгел ул! Урманы байыраҡ, тауҙары серлерәк, һыуы татлыраҡ һымаҡ , һауаһы ҡалаҡ менән икмәккә ҡушып ашамалы инде. Тыуған ер, кендек ҡаным тамған урын бит ул! Байтаҡ матур ерҙәр күреп, үҙем булған ике сит ил- Франция һәм мосолман диненең бишеге Сәғүд Ғәрәбстаны- менән сағыштырғанда ла Алғаҙым минең өсөн күпкә юғарыраҡ, матурыраҡ һәм байыраҡ. Йәшәү өсөн бөтөн нәмәһе лә бар. Иң мөһиме- бында иркенлек, хозурлыҡ, байманлыҡ. Ошо бәхетебеҙҙән айырмаһын! Ауылдың 300 йыллыҡ йыйынын үткәреү өсөн иҫ китмәле матур урын һайланған ине. Бар аралар ҙа үҙҙәренең тирмәләрен ҡорҙо. биҙәне, ҡаҙан аҫты, самауыр шыжлатты, усаҡ ләүкетте. Ул тирмәләрҙәге байлыҡ! 11 тирмәнең һәр береһен, ундағы байлыҡты ҡарап, бөтөн класташ, туған, ҡәрҙәш менән күрешеп өлгөрөрлөк түгел ине. Урмановтар тирмәһенә ағалы-ҡустылы бер туған Вәлиулла, Ғәлимйән, Сәйфулланың вариҫтары йыйылды. Алғаҙымдың ҡотон һаҡлап, бәрәкәтен арттырып, тыу

Алғаҙы ауылына 300 йыл тулды!

Түңгәүерҙең ошо матур ауылының энергетикаһын аңлатып биреү мөмкин түгел ул! Урманы байыраҡ, тауҙары серлерәк, һыуы татлыраҡ һымаҡ , һауаһы ҡалаҡ менән икмәккә ҡушып ашамалы инде. Тыуған ер, кендек ҡаным тамған урын бит ул!

Байтаҡ матур ерҙәр күреп, үҙем булған ике сит ил- Франция һәм мосолман диненең бишеге Сәғүд Ғәрәбстаны- менән сағыштырғанда ла Алғаҙым минең өсөн күпкә юғарыраҡ, матурыраҡ һәм байыраҡ. Йәшәү өсөн бөтөн нәмәһе лә бар. Иң мөһиме- бында иркенлек, хозурлыҡ, байманлыҡ. Ошо бәхетебеҙҙән айырмаһын!

Ауылдың 300 йыллыҡ йыйынын үткәреү өсөн иҫ китмәле матур урын һайланған ине. Бар аралар ҙа үҙҙәренең тирмәләрен ҡорҙо. биҙәне, ҡаҙан аҫты, самауыр шыжлатты, усаҡ ләүкетте. Ул тирмәләрҙәге байлыҡ! 11 тирмәнең һәр береһен, ундағы байлыҡты ҡарап, бөтөн класташ, туған, ҡәрҙәш менән күрешеп өлгөрөрлөк түгел ине.

Урмановтар тирмәһенә ағалы-ҡустылы бер туған Вәлиулла, Ғәлимйән, Сәйфулланың вариҫтары йыйылды. Алғаҙымдың ҡотон һаҡлап, бәрәкәтен арттырып, тыуған нигеҙҙәрендә түп-түңәрәк донъя ҡорған Радмир ҡустыбыҙ һәм Сәғитулла ағайыбыҙ ҡорбан салып, беҙҙе һыйланы. Салған ҡорбандары ҡабул булһын, ғүмерҙәренә бәрәкәт бирһен, йорт- ил именлегендә, һаулыҡта ҡыуанып йәшәргә яҙһын!

Төрлө яҡтан ауылын һағынып ҡайтҡан ҡунаҡтар араһында ҡурайсы Муса ағайым, халыҡ араһында хөрмәт ҡаҙанған Рауил ағайым, Баязит ағайҙар әле лә сафта, аҡыл биреп, боронғоно һөйләп, туғанлыҡҡа илтифат өлгөһө күрһәтеп йәшәйҙәр.

Байрам программаһы бик бай ине, ябай ҙа, зауыҡлы ла үтте сара.

Әсәйемде лә алып барып, байрам күрһәтеп алып ҡайттыҡ. Алғаҙыға 1963 йылда килен булып төшөп, урындағы мәктәптә башланғыс класс уҡытыусыһы булып оҙаҡ ҡына эшләй. Туғандар, уҡыусылары, ауылдаштар килеп, хөрмәт белдереп, хәл белешеп, һөйләшеп китте. Әсәйем ҡыуанып, алҡышланып ҡайтты.

Туғанлыҡ ептәрен һаҡлау- Аллаһ Тәғәлә тарафынан йөкмәтелгән аманат! Был сарала балалар танышты, аралашты, ололар боронғоно һөйләне, туғанлыҡ ептәре нығыны. Бар йыйылған халыҡ аулаҡлап һөйләшә, ризыҡлана, сәйләй, гәпләшә алды, ярыштарҙа ҡатнашты, төрлө номинацияларҙа бүләктәр алып ҡыуанды.

Күңелем булып, туғандарым менән рәхәтләнеп аралашып, ҡыуанып ҡайттым. Алып барғандарға, саҡырғандарға, һыйлағандарға илтифат өсөн ҙур рәхмәт!

🖊️Ләлә Рафиҡова