‼2026 йылда яңы йыл каникулдары 12 көн була Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы 2026 йылға байрам һәм ял көндәре календары проектын әҙерләгән. Илдең хеҙмәт министры Антон Котяков һүҙҙәренсә, яңы йыл каникулдары 12 көн була (2025 йылдың 31 декабренән 2026 йылдың 11 ғинуарына тиклем). Бынан тыш, рәсәйҙәрҙе ҡыҫҡа эш аҙналары һәм өҫтәмә ял көндәре көтә: ✅февралдә 3 көн рәттән ял итәбеҙ: 21 февралдән 23-нә тиклем; ✅мартта шулай уҡ өс көнлөк ял көндәре: 7 марттан 9 мартҡа ҡәҙәр; ✅майҙа ике тапҡыр 3 көн ял итәбеҙ: 1 майҙан 3-өнә тиклем һәм 9 майҙан 11-ға хәтлем; ✅июндә йоманан йәкшәмбегә тиклем ял: 12 июндән 14-нә тиклем; ✅ноябрҙә шаршамбы, 4 ноябрь, ял көнө; ✅31 декабрь ял көнө була.