Мишкә районы үҙәгенә республика буйлап махсус хәрби операция ветерандары, уларҙың туғандары һәм яҡындары, шулай уҡ йәмәғәтселәр һәм ирекмәндәр йыйылды. Улар өсөн медицина һәм психологик ярҙам күрһәтергә әҙер белгестәр, юридик консультациялар эшләне. Бынан тыш, эшҡыуарлыҡ буйынса белем биреү семинары, оҫталыҡ дәрестәре, ветерандар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн тренингтар, спорт ярыштары, халыҡ дауалаусылары ҡабул итте. Балалар өсөн дә программа булды. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн Дәүләт думаһы депутаттары Римма Үтәшева, Наталья Орлова, БР Дәүләт Йыйылышы депутаты, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина һ.б. «Берҙәм Рәсәй» Партпроектының «Сәләмәт киләсәк» йәмәғәт советының асыҡ ултырышын уҙғарҙы. Бында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү мәсьәләһе ҡаралды. - "Ер ҡото" ул дүртенсе йыл рәттән уҙғарылған бик ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле этно-проект. Уның авторы «Ватан
Мишкә районында IV «Ер ҡото» төбәк-ара этномәҙәни патриотик фестивале уҙҙы
28 июня 202528 июн 2025
1 мин