Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Хөрмәтле яҡташтар! Кисә бына тағы ла тыуған яғым Баймағымдан сираттағы гуманитар ярҙамды алып ҡыуандыҡ

Хөрмәтле яҡташтар! Кисә бына тағы ла тыуған яғым Баймағымдан сираттағы гуманитар ярҙамды алып ҡыуандыҡ. Лилиә Разгиловна етәкселегендәге «Беҙ бергә!» волонтерҙар төркөмөнә, Рәмис Рәфисович етәкселегендәге «Хәрби туғанлыҡ» ойошмаһының Баймаҡ бүлексәһенә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Түбә ауылынан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең әсәйҙәре салдырған ҡорбан итен ҡабул итеп алыу беҙгә тағы ла ҙурыраҡ яуаплылыҡ өҫтәне. Ҙур көс һалып, беҙгә гуманитар ярҙам әҙерләгән Йомаш ауылының «Һаҡмар» волонтерҙар төркөмөнә, Таһир, Урал, Аҡморон, Урғаҙа һәм башҡа ауылдар халҡына, ағинәйҙәргә ихлас рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Әгәр ҡайһылыр ауылды онотоп ҡалдырһаҡ, ғәфү итегеҙ. Айырым рәхмәт һүҙҙәрен толстовкалар, жилеттар теккән оҫта ҡуллы Баймаҡ ҡатын-ҡыҙҙарына еткергебеҙ килә. Лилиә Разгиловнаның, Римма Муритовнаның, Лиана Ульябаевнаның, Рәғиҙә Рафкатовнаның тынғыһыҙ ҡулдары теккән был йылы кейемдәр беҙгә даими килеп етә. Ысынлап та, бындай кейемдәр тик беҙҙә генә. Башҡа район, төбәк егеттәре лә

Хөрмәтле яҡташтар! Кисә бына тағы ла тыуған яғым Баймағымдан сираттағы гуманитар ярҙамды алып ҡыуандыҡ. Лилиә Разгиловна етәкселегендәге «Беҙ бергә!» волонтерҙар төркөмөнә, Рәмис Рәфисович етәкселегендәге «Хәрби туғанлыҡ» ойошмаһының Баймаҡ бүлексәһенә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Түбә ауылынан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең әсәйҙәре салдырған ҡорбан итен ҡабул итеп алыу беҙгә тағы ла ҙурыраҡ яуаплылыҡ өҫтәне. Ҙур көс һалып, беҙгә гуманитар ярҙам әҙерләгән Йомаш ауылының «Һаҡмар» волонтерҙар төркөмөнә, Таһир, Урал, Аҡморон, Урғаҙа һәм башҡа ауылдар халҡына, ағинәйҙәргә ихлас рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Әгәр ҡайһылыр ауылды онотоп ҡалдырһаҡ, ғәфү итегеҙ. Айырым рәхмәт һүҙҙәрен толстовкалар, жилеттар теккән оҫта ҡуллы Баймаҡ ҡатын-ҡыҙҙарына еткергебеҙ килә. Лилиә Разгиловнаның, Римма Муритовнаның, Лиана Ульябаевнаның, Рәғиҙә Рафкатовнаның тынғыһыҙ ҡулдары теккән был йылы кейемдәр беҙгә даими килеп етә. Ысынлап та, бындай кейемдәр тик беҙҙә генә. Башҡа район, төбәк егеттәре лә уға заказ бирә. Хөрмәтле Баймаҡ волонтерҙары! Берҙәм көс менән тупланған гуманитар ярҙамды алып килеп тапшырған Лилиә Разгиловна, Рәмис Рәфисович, Азамат Иршатович, Айгөл Ураловна, Шамиль Фитратович, Дамир Йәмилевич, Фәрит Алексеевич, Илфат Рамазановтар ҡурҡыу белмәҫ, ҡыйыу, батыр йөрәклеләр. Яуып торған көслө ямғыр ҙа уларҙы өркөтмәне. Алып килгән гуманитарканы матур итеп тапшырҙылар, ә беҙ ҡабул итеп алдыҡ. Әйтергә кәрәк, 2000 км юл үтеп килеп еткән был волонтёрҙар экипажы беҙгә беренсегә генә килмәй. Өй ризығы шул ҡәҙәр һағындырылған ине. Тәмле күстәнәстәрегеҙгә рәхмәт. Ике рация, өс бензопила, 2 «Анюта» эвакуациялау носилкаһы, маскировкалау селтәрҙәре, төҙөлөш инструменттары һәм башҡалар килеп етте. Баймаҡ волонтерҙары беҙгә гуманитар ярҙам тапшырғас, артабан Донецк, Макеевка, Дебальцово, Алчевск, Запорожье хәрби подразделениеларҙа хеҙмәт иткән яҡташтарға гуманитар ярҙам тапшырырға юлланды. Изге ниәттә йөрөгән волонтерҙарыбыҙға имен юлдар, имен-һау ғына йөрөп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Беҙ, тип үҙ ғүмерҙәрен, һаулыҡтарын хәүеф аҫтына ҡуйған ҡыйыу, ҡуш йөрәкле волонтерҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Һеҙ иң яҡшы волонтерҙар! Ә беҙ Еңеү яулап ҡайтырбыҙ, Алла бирһә! Изге теләктәр менән: АртурХан, Байрам, Топаз, Байыш, Стич, Давлет, Радар.

🖊️Артур Хисмәтуллин