өс ус тупраҡ һалған һәм һәр ырғытҡанында ниндәй доға уҡыуы хаҡында яҙылған. Ошондай кәрәкмәгән нәмәләрҙе һөйләп, мулла башыбыҙҙы ҡатырҙы. Сәскә, веноктар ярамай, гонаһ, исраф ҡына, тип ҡысҡырғас, хужалар уларҙы әллә ҡайҙа йәшереп бөткән. Ҡала хакимиәтенән килгән кешеләр ҙә шып-шым йөрөп, машиналарына ултырып, ҡайтып китте. Һөйләргә рөхсәт булмағандыр, ахыры. Аҙаҡ, әлбиттә, сәскә, веноктарҙы илтеп ҡуйғандар, унда ҡала хакимиәтенән дә венок булған икән. Эйе, исламда мәйет өсөн мал исраф итеү тыйылған. Мәрхүмгә уларҙың кәрәге юҡ, тип ҡарала. Ләкин беҙ бит мосолман илендә йәшәмәйбеҙ. Беҙҙә төрлө конфессия вәкилдәре бер-береһе менән тыныс йәшәй. Татар-башҡорт, бәлки, уларҙы килтермәҫ тә ине, ә эшләгән ерҙән рәсми рәүештә, башҡа милләттәге дуҫ-иштәр ҙә һинән һорап тормай бит, ғөрөф-ғәҙәткә кергән. Улар мәрхүмде нисек ихтирам иткәндәрен күрһәтеп, аҡсаларын йәлләмәй, тотоноп өлгөргәндәр. Уларҙы һанға һуҡмау, кәмһетеү кәрәкмәҫ ине. Был мулла ерләшкән өс мәрхүм дә етәксе, йә дәүләт учреждениеһы
өс ус тупраҡ һалған һәм һәр ырғытҡанында ниндәй доға уҡыуы хаҡында яҙылған
29 июня 202529 июн 2025
2 мин