❓❗Аҙаҡҡы туй Кешенең үҙ ғүмерендә өс туйы була – бәпес, никах һәм һуңғы юлға оҙатыу туйы. Теләһәк, теләмәһәк тә һәр беребеҙҙең аҙаҡҡы туйы буласаҡ. Донъяға беҙ ҡунаҡ ҡына булып килгәнбеҙ, ти бит динебеҙ. Вафат булғас, дини йоланы үтәп, мәрхүм ер ҡуйынына оҙатыла. Ер йөҙөндә йәшәп, Әхирәткә күскән кешегә ҡарата хөрмәт һәм ихтирамдың билдәһе итеп ҡабул ителә ерләү. Мәйеттәргә әһәмиәт бирмәгән милләттәр мәҙәни халыҡ була алмай, ти дин ғалимдары. Үлеү кеше өсөн бик мөһим һәм ҡатмарлы ваҡиға. Оҙатыусыларға ла еңел түгел ул. Был хаҡта хәҙер бик күп китаптар яҙылған, хәҙистәрҙән дә уҡырға була. Күҙәтеүҙәремә ҡарағанда, дини белеме булған кеше был хәлдәрҙе еңелерәк үткәрә, ҡайғыһында доға ҡылып йыуана. Мөьмин булмаған кешегә (Ҡөрьәнде өйрәнмәй, Ҡиәмәт көнөнә ышанмай, ғибәҙәттәр ҡылмаһа) үлемде кисереү бик ауыр. Динебеҙ өйрәтеүенсә, өсөнсө – һуңғы туйыбыҙға беҙ һәр саҡ әҙер булырға тейеш. Совет осоронда беҙҙе был турала уйламаҫҡа өйрәттеләр. Атеистарҙың бер мәҡәләһен уҡығаным хәтерҙә. Америка