Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Хәйбулла районының Оло Арыҫланғол ауылында Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғәлим Сәлим улы Асҡаров иҫтәлегенә, туғандары

Хәйбулла районының Оло Арыҫланғол ауылында Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғәлим Сәлим улы Асҡаров иҫтәлегенә, туғандары инициативаһы менән тыуған йортона таҡтаташ ҡуйылды. Ғәлим Сәлим улы ошо бәләкәй генә ауылда, ябай колхозсылар ғаиләһендә тыуып үҫеп алдына ҙур маҡсаттар ҡуя. Әбеш урта мәктәбен тамамлап, Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтының механизациялау факультетына уҡырға инә. 1982 йылда институт тамамлаған егетте, тыуған "Һаҡмар" колхозына һөнәре буйынса эшкә алалар. Уның иң беренсе уңышлы эше - Һаҡмар Наҙарғол бригадаһы фермаһында тиҙәк сығарыуҙы механизациялау, һауыу аппараттарын урынлаштырыу була. Артабан бындай эштәр һәр ауылда башҡарыла. Уның уңыштарын күреп 1986 йылда, 26 йәшендә генә "Һаҡмар" колхозы рәйесе итеп тәғәйенләйҙәр. Артабан ул ең һыҙғанып эшкә тотона - юлдар ремонтлана, ауылдарға свет төшөрөлә, мал аҙбарҙары, гараждар төҙөлә, социаль мәсьәләләрҙе лә күҙ уңынан ысҡындырмай, тыуған ауылында балалар баҡсаһы төҙөү, Әбеш урта мәктәбенең яңы бинаһын төҙөүгә документтар юллау, Әбеш ауылына етеп килгән Һаҡмар йылғаһының үҙәнен үҙгәртеп дамба төҙөү һ. б. эштәр ҡыҫҡа ваҡыт эсендә башҡарыла. Район үҙәгенә ПМК начальнигы итеп алынғаста тыуған яҡтарын онотмай - Әбеш мәктәбен, интернат бинаһын төҙөүҙә, газ үткәреуҙә ҙур тырышлыҡ күрһәтә. Артабанғы хеҙмәт юлы район, республика кимәлендә яуаплы вазифалар башҡарыу менән бәйле яҡташыбыҙҙың.

Ҡайҙа ғына эшләһә лә, йәшәһә лә Ғәлим Сәлим улы тыуған яғын, ауылын, яҡташтарын бер ҡасанда онотманы, ярҙам итергә әҙер ине.

Арабыҙҙан иртә киткән яҡташыбыҙҙы тыуған яғында ла онотмайҙар, һәр саҡ йылы һүҙҙәр менән иҫкә алып торалар.

Йәш быуынға өлгө булырлыҡ шәхестәребеҙҙе онотмайыҡ.

🖊️Таһир Юнысов