Найти в Дзене
Атайсал гәзите

❤Тимур атлы малай тыуған

❤Тимур атлы малай тыуған! 2025 йылдың 1 июлендә Руслан Радик улы һәм Аида Ирек ҡыҙы Хабиловтарҙың ғаиләһендә өсөнсө балалары донъяға килде. Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре сабыйҙы 300-сө акт яҙмаһы аҫтында теркәгән. Яңы тыуған Тимурҙың 9 йәшлек ағайы Дамир һәм 7 йәшлек һеңлеһе Виктория бар. Күп балалы ғаиләгә әүерелгән Хабиловтарға Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Денис Назаровтан ата-әсәләргә фотоальбом һәм «Яңы тыуған балаға» бүләк комплекты тапшырылды. Сабыйҙары үҙҙәренә иш булып, тыуған илгә файҙа килтерерҙәй шәхес булып ҙур үҫһен!

❤Тимур атлы малай тыуған!

2025 йылдың 1 июлендә Руслан Радик улы һәм Аида Ирек ҡыҙы Хабиловтарҙың ғаиләһендә өсөнсө балалары донъяға килде. Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре сабыйҙы 300-сө акт яҙмаһы аҫтында теркәгән. Яңы тыуған Тимурҙың 9 йәшлек ағайы Дамир һәм 7 йәшлек һеңлеһе Виктория бар. Күп балалы ғаиләгә әүерелгән Хабиловтарға Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Денис Назаровтан ата-әсәләргә фотоальбом һәм «Яңы тыуған балаға» бүләк комплекты тапшырылды.

Сабыйҙары үҙҙәренә иш булып, тыуған илгә файҙа килтерерҙәй шәхес булып ҙур үҫһен!