🍓Еләк мәлендә әйтелгән "ҡанатлы" һүҙҙәр(крылатые фразы): Оләсәйем Нәғимәнең: "Урыҫтарҙың һыуыҡ һыуға икмәк ебетеп ашап һимерә торған мәле етте" тигәне иҫкә төшә. Еләккә тип килгән машиналы ҡала кешеләре беҙҙең өсөн бөтәһе лә урыҫ ине. Ағас күләгәһендә тамаҡ ялғарға ултырған урыҫтар янынан үтеп киткәс оләсәйем гел шулай тир ине. Ул үҙе еләк тирә- тирә Сәғиҙә инәйем эшләгән ҡымыҙныйға барып етә. Кеҫәһенән күстәнәскә филле сәйен сығарып бирә. Шунан бот һоноп ултырып сәйгә керешәләр ине. Ҡымыҙ эсәбеҙ иң тәүҙә. Үҙе шулай булнай һыйланып йөрөгәс, тегеләрҙе ҡаты икмәктәрен һыуға ебетеп ашайҙар тип уйлағандыр самаһы. Әсәйем еләккә сыҡҡанда ялан тулы машиналы "урыҫтар" икән. "Еләктең төбө һайын бер урыҫ та, бер мәрйә" тип ҡайтҡаны иҫтә. Ауылдан бер апай инде генә еләкле урын табып тирә башлаған. Янына машина менән "урыҫтар" килеп төшкән. Минең е