Һыналған рецепт. Желе һымаҡ килеп сыға, һеркелдәк һымаҡ былҡылдап тора, банка ситтәренә лә йәбешмәй. 2 ст һыу,6 ст. шәкәр, 4 ст ҡарағат алдым. Һыуға өс ст шәкәрҙе һалып ағарып сыҡҡансы ҡайнатаһың да ҡарағатты һалаһың. 7 минут ҡайнатырға, күбеген алырға. Уттың самаһын үҙегеҙ ҡарағыҙ, мин уртасала тоттом. Шунан ҡалған өс ст шәкәрҙе һалырға ла 5 мин ҡайнатырға. Ошо самаға ике 700 һәм 500 бер банка китте. Уларҙы стерилизовать иттем дә ҡайнар вареньены һалып бороп ултырттым. Кискеһен түҙмәнек , теге бер 500 банканы асҡайныҡ йылтыр ғына һеркелдәк кенә тәмле генә желе килеп сыҡҡан) Гөлсимә Иштанова рецебы (фото интернеттан)