60 йыл бергә Май айында Йылайыр районының Һабыр ауылының абруйлы ғаиләләренең береһе – Ҡәһәрмән Мостафа улы менән Хәбирә Ғүмәр ҡыҙы Солтановтар иңгә-иң терәп, тормош һуҡмаҡтары буйлап парлы ғүмер үтеүҙәренә 60 йыл тулыу айҡанлы гәүһәр туйҙарын билдәләне. Ҡотлайбыҙ!