Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Секунд һайын кемдер берәү был донъяны ташлап китә

Секунд һайын кемдер берәү был донъяны ташлап китә.

Беҙ ҙә шул сиратҡа баҫҡанбыҙ.

Сиратта торорға яратмайым тип кенә унан сығып китә алмайбыҙ.

Бер ҡасан да был сираттың аҙағына шылып баҫа алмайбыҙ.

Шулай уҡ бер ҡасан да үҙебеҙҙән алда күпме кеше барын белә алмайбыҙ.

Шулай булғас, сиратта торған саҡта...

— яҡшы нәмәләрҙе күберәк күрәйек

— йәшәүҙең, ваҡыттың ҡәҙерен беләйек

— башҡаларҙы хөрмәт итәйек

— күберәк изгелек эшләйек

— юҡ-бар ғына үпкәләрҙе онотайыҡ.

Һәр беребеҙ – был донъяла ҡунаҡ. Бөтәбеҙҙең дә хоҡуҡтары ла, бурыстары ла бер иш, сиратта үҙебеҙҙән алда торғандыҡы ла, артта торғандыҡы ла. Шуға, әйҙәгеҙ, бер-беребеҙҙе төрткөләмәй, сабыр ғына, һыйышып ҡына йәшәйек әле.