Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Башҡортостанда Данте һәм Әрифә тыуған

Иң популяр исемдәр – Әмир һәм Әминә. Башҡортостанда 2025 йылдың 1 ғинуарынан 22 июнгә тиклем донъяға килгән сабыйҙарҙың үҙенсәлекле һәм популяр исемдәре билдәле булды. Мәғлүмәттәр ЗАГС реестрының мәғлүмәт-аналитика порталында баҫылған. Сервис мәғлүмәттәре буйынса, ҡыҙҙар араһында – Дзерасса, Афрузабегим, Юлгизә, Нурзиҙә, Әрифә, ә малайҙар араһында Гулмамад, Абдурахман, Игнат, Оятулло һәм Данте исемдәре осрай. Иң популяр ҡатын-ҡыҙ исемдәре иһә Әминә (188), Амелия (184), Эмилия (172), Ева (170) һәм София (167). Малайҙарға йышыраҡ Әмир (242), Эмир (184), Марк (168), Тимур (166) һәм Мирон (163) тип ҡушҡандар. Ошо көндәрҙә Өфө табиптары күп балалы әсәйҙең һәм уның яңы тыуған сабыйының ғүмерен һаҡлап ҡалған. https://www.bashinform.ru/news/social/2025-06-23/v-bashkirii-rodilis-dante-i-arifa-4286624 Автор:Дарья Субботина\ Фото:Ксения Калинина

Иң популяр исемдәр – Әмир һәм Әминә.

Башҡортостанда 2025 йылдың 1 ғинуарынан 22 июнгә тиклем донъяға килгән сабыйҙарҙың үҙенсәлекле һәм популяр исемдәре билдәле булды. Мәғлүмәттәр ЗАГС реестрының мәғлүмәт-аналитика порталында баҫылған.

Сервис мәғлүмәттәре буйынса, ҡыҙҙар араһында – Дзерасса, Афрузабегим, Юлгизә, Нурзиҙә, Әрифә, ә малайҙар араһында Гулмамад, Абдурахман, Игнат, Оятулло һәм Данте исемдәре осрай.

Иң популяр ҡатын-ҡыҙ исемдәре иһә Әминә (188), Амелия (184), Эмилия (172), Ева (170) һәм София (167). Малайҙарға йышыраҡ Әмир (242), Эмир (184), Марк (168), Тимур (166) һәм Мирон (163) тип ҡушҡандар.

Ошо көндәрҙә Өфө табиптары күп балалы әсәйҙең һәм уның яңы тыуған сабыйының ғүмерен һаҡлап ҡалған.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-06-23/v-bashkirii-rodilis-dante-i-arifa-4286624

Автор:Дарья Субботина\

Фото:Ксения Калинина