22 июндә, Бөйөк Ватан һуғышы башланыу йыллығына, РТРС филиалының телебашняһы яҡтыртыла. Өфөләге телебашняның яҡтылыҡ панноһында янған шәм һүрәте фонында "22 июнь — Хәтер һәм ҡайғы көнө" һәм "Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаған" тигән яҙыуҙар барлыҡҡа киләсәк. Яҡтыртыу урындағы ваҡыт менән 22.40 сәғәттән 24.00 сәғәткә тиклем буласаҡ, тип хәбәр итә "Республика Башкортостан" баҫмаһы РТРС-тың матбуғат хеҙмәте мәғлүмәтенә һылтанып. Фото: РТРС.
Өфөлә Хәтер көнөндә телебашняны яҡтыртасаҡтар
20 июня 202520 июн 2025
~1 мин