Һөйләмәйем серҙәрем
Эсемдәге серҙәремде
Һөйләмәйем бер кемгә.
Һынаған бар: һөйләгәнем
Һибелә бит йөҙ телгә.
Һибелә лә, тарала ла
Кире ҡайта үҙемә.
Аҙаҡ ышанмай ҙа торам
Үҙем әйткән һүҙемә.
Дуҫ тигән дә, дуҫ түгел дә
Яра һала күңелгә.
Әйтмәгәнде әйтте тиеп,
Тура ҡарай күҙеңә.
Серҙәрем шулай керҙәргә
Әйләнгәнен күп белдем.
Хәҙер инде ауыҙымды
Мең ҡат йоҙаҡҡа элдем.
Бикләнем дә серҙәремде,
Бикләндем күңелемә.
Миңә тигән керҙәрегеҙ
Ҡайтһын тик үҙегеҙгә.
Зөһрә Ҡотлогилдина.