✅Һоло кеүәҫе🌾🌾🌾 🌞Йәйге эҫелә ҡоро сөпрәле (пакмай ише) кеүәҫ эскәнсе, тип, һоло менән эшләп ҡарарға булдыҡ. Файҙалы ла, ябай ҙа, арзан да👍🤗. Интернетта бик күп төрлө рецепт менән видеолар бар. Әммә ошо ысул менән эшләнгәнен бик тәмле лә, тиҙ ҙә, шифалы ла тип таптыҡ. ✅🌾🌾🌾3 литрлы банкаға 400 грамм йыуылған һоло, 4 аш ҡалағы шәкәр һәм таҙа һыуыҡ һыу ҡойорға. Өҫтөн ябып, һоло әсегәнсе (3-4 көн тирәһе) бүлмә температураһында тоторға. Шәкәр урынына 50 грамм йөҙөм менән 2 аш ҡалағы бал һалырға ла мөмкин. Әҙер эсемлекте һөҙөп алып, һыуытҡыста һаҡлайбыҙ. Бындай кеүәҫте эсеүгә сикләү юҡ, һыуһағанда ла, ас ҡарынлай ҙа ҡулланырға була. ✅🌾🌾🌾Тәү сиратта ул ҡан өсөн файҙалы: шәкәрҙе һәм холестеринды түбәнәйтә. Авитаминоз мәлендә һәм мәтдәләр алмашыныу мәлендә организмға ярҙам итә. Теш эмален нығыта. Ябығырға теләүселәргә лә "тиҙ ярҙам". ✅🌾🌾🌾Әҙер һоло кеүәҫен көнө буйына теләгәнсә эсергә мөмкин. Ул эскә шифа булып төшә: организмды йылдар буйы йыйылған зарарлы матдәләрҙән таҙарта. Йыш