‼Рәсәйҙә студенткаларға йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиелар арттырыла Дәүләт Думаһы депутаттары беренсе уҡыуҙа студенткаларға йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиелар күләмен арттырыу тураһында закон проектын ҡабул итте. Был юғары уҡыу йорттарында, өҫтәмә һөнәри белем биреү ойошмаларында һәм ғилми ойошмаларҙа уҡып йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙарға ҡағыла, тип хәбәр итә Дәүләт Думаһының телеграм-каналы. Документта түләүҙәрҙе һәр төбәктең эшкә һәләтле халҡының йәшәү минимумына тиклем күтәрергә тәҡдим ителә. Шулай итеп, йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиеның уртаса күләме 90 202 һум булырға тейеш. Әле бындай пособие стипендия күләмендә түләнә һәм 23 мең һумдан артмай.
‼Рәсәйҙә студенткаларға йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиелар арттырыла
19 июня 202519 июн 2025
~1 мин