Хәйбулла районында беренсе «Буйҙаҡтар һабантуйы” уҙҙы. Хозур тәбиғәтле Йәнтеш ауылы янында «Ҡурай” тип исемләнгән туристик база нигеҙендә ойошторолдо үҙенсәлекле сара. Был уй Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы тарафынан күптән яралған ине. Февраль айында «Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә Федоровка ауылында “Тип, йөрәгем” тип аталған таныштырыу проектының беренсе осрашыуы уҙҙы. Тәүгеһендә унлап ҡына кеше булһа, артабан киләһе осрашыуҙарҙа артҡандан арта барҙы уларҙың һаны. Һабантуйға иһә республиканың төрлө райондарынан һикһәндән ашыу 30-45 йәш арауығындағы буйҙаҡтар йыйылды. Ҡаҙан аҫып, тәмле былау бешереп, табын әҙерләп ҡаршыланы уларҙы ойоштороусылар. Программаға индерелгән төрлө спорт ярыштары, халыҡ уйындары сараға мәртәбә өҫтәне. Гармунға ҡушылып ярышып йырҙар йырланы, ритайымға баҫты йәштәр. Төн ауышҡас сара усаҡ янында гитара моңдары, күңелле дискотека менән тамамланды. Сараны ойоштороуға Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Илүзә Кәримова, Йәштәр ҡоролтайы рәйесе, тур