#Башҡортостанүләндәре АРТЫШ (Можжевельник ) Донъяла ҡырҡлап төрө иҫәпләнә. Кипаристар ғайләһенә ҡараған, күп йыллыҡ үҫемлек.Ҡайһы бер төрҙәре 600 йыл үҫә (йәшәй) . Башҡортостанда ябай артыш, ҡаҙаҡ артышы, себер артышы төрҙәре үҫә. Ҡаҙаҡ артышын Егәлгә, Машаҡ, Ямантау, Ирәмәл, Шатаҡ, Ирәндек тауҙарында осратырға була. Буйы ике метрға етә. Апрель, май айҙарында сәскә ата. Бүтән төрҙәренән , ҡаҙаҡ артышының емеше ағыулы булыуы менән айырыла. Себер артышы Белорет, Бөрйән райондарында үҫә. Ә ябай артыш, Башҡортостандың Белорет, Бөрйән, Архангель, Ғафури райондарының ҡатнаш урман ситтәрендә үҫә. Май айында сәскә ата, емеше икенсе йылына ғына өлгөрә. Буйы 3 метрға етә. Халыҡ медицинаһында элек электән киң ҡулланыла. Емешен бөйөр, бәүел ҡыуығы, тән ауырыуҙарынан , ҡулланалар. Тамыры иһә түберкулез , бронхиттан ярҙам итә, ә һабағын аллергия осрағында йыйып төнәтмәһен эсәләр. Быуындар һыҙлағанда, артыш энәләрен лавр япрағына ҡушып эшләнгән май килешә тейләр. Артыш үҫкән ерҙә һауа бик таҙа бул