Дуҫтар, был бик кәрәкле доғаларҙы үҙ диуарығыҙға алып ҡуйығыҙ һәм форсат сыҡҡан һайын ҡабатлап, ятлап алырға тырышығыҙ! КӘРӘКЛЕ ДОҒАЛАР Үҙеңә именлек теләгәндә уҡыла торған доға: Аллаһүммә инни әғүҙү бикә мин зәүәли ниғмәтикә үә тәхәуүли ғәфиәтикә үә фужәти ниҡмәтикә үә жәмиғи сухтиҡ. Мәғәнәһе: Әй, Раббым! Ниғмәтеңдең кинәт бөтөүенән, һин биргән сәләмәтлектең китеүенән, көтмәгәндә ҡайғы килеүҙән һәм башҡа бөтә ғазаптарыңдан тик Үҙеңә генә һыйынам. Асыу килгәндә уҡый торған доға Алләһүммә-ғфирли ҙәнби үәҙһәб ғайза ҡабли үә әжирни минәш-шайтанир-ражим. Мәғәнәһе: Әй, Раббым! Гонаһтарымды ярлыҡа, йөрәгемдәге асыуҙы бөтөр, шайтан яуызлыҡтарынан һаҡла. Гонаһтарҙы ғәфү итеүҙе һорау Аллаһүммә әнтә рабби лә иләһә иллә әнтә халәҡтәни үә әнә ғәбдүкә үә әнә ғәлә ғәһдикә үә үәғдикә мәс-тәтағтү әғүҙү бикә мин шәрри мә санағтү, әбү’ү ләкә биниғмәтикә ғәләййә үә әбү’ү ләкә биҙәнби фәғ-фир-ли, фә иннәһү лә йәғфирүҙ-ҙүнүбә иллә әнтә. Мәғәнәһе: Әй, Аллаһ! Һин – минең Раббым, һинән башҡа Илаһ
Дуҫтар, был бик кәрәкле доғаларҙы үҙ диуарығыҙға алып ҡуйығыҙ һәм форсат сыҡҡан һайын ҡабатлап, ятлап алырға тырышығыҙ
26 июня 202526 июн 2025
3 мин