Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Ҡараштар осрашты

Ҡараштар осрашты...

Шул ғына.

Һүҙҙәрҙең ҡалманы кәрәге.

Бөрөнән атылған япраҡтай,

Һағыштан әрселде йөрәгем.

Ҡараштар осрашты...

Ғүмерем

Туҡтаны бараһы юлынан.

Был минут үҙе бит бер ғүмер!

Ҡалғаны...

Һуңынан, һуңынан!

Ҡараштар осрашты...

Тормошом

Өр – яңы мәғәнә юлланы.

Әйтерһең, донъянан ваз кискән

Ғазаплы көндәрем булманы.

Ҡараштар осрашты...

Йөрәгем

Әйләнде кес кенә ҡояшҡа.

Булһа ла юлдарым ҡатмарлы,

Баш эймәм башҡаса яҙмышҡа!

Бирешмәм башҡаса һағышҡа...

Сәкинә Тотманова