Татарстанға БПЛА-лар һөжүм иткән Ут күршебеҙ Татарстанға пилотыҙ аппараттар һөжүм иткән. Түбәнге Кама мэры Радмир Беляев үҙенең социаль селтәрендә дошман дронын юҡ итеү тураһында яҙған. “Бөгөн иртә менән Түбәнге Кама өҫтөндә ПВО системаһы БПЛАны юҡ итә. Барлыҡ хәүефһеҙлек хеҙмәттәр ҙә оператив эшләне. Бәлә-ҡаза күреүселәр һәм емерелеү осраҡтары юҡ. Предприятиеларҙа технология процесстары сафтан сыҡманы", – тип яҙған ул.