Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Атайсал гәзите

БЫЛБЫЛ

БЫЛБЫЛ Һандуғасты тыңлап ҡайттым әле, Ситтә торһон барлыҡ ҡайғылар. Бер ҡошсоҡҡа көнөң ҡалдымы, ти, Эшем эйәһеләй, ҡайһылар. Ҡалды, эйе. Һандуғаслы көнөм, Йәйғор көйәнтәле иртәләр, Ҡара тупрағымда гөл үҫтереп, Талған йөрәгемде иркәләр. Йәшәйешкә улар дан йырлайҙар, Көйрәп торған саҡта һулыштар, Йәндәр тетрәгәндә, хәбәр килеп Илдәр сигендәге һуғыштан. Килер ул таң, килер тынлыҡ таңы, Үҙ-үҙеңә генә һин табыл. Тыңлайым мин ташлап бар эшемде — Эй дауалай йәнде был былбыл. Искәндәриә. 8/06/25

БЫЛБЫЛ

Һандуғасты тыңлап ҡайттым әле,

Ситтә торһон барлыҡ ҡайғылар.

Бер ҡошсоҡҡа көнөң ҡалдымы, ти,

Эшем эйәһеләй, ҡайһылар.

Ҡалды, эйе. Һандуғаслы көнөм,

Йәйғор көйәнтәле иртәләр,

Ҡара тупрағымда гөл үҫтереп,

Талған йөрәгемде иркәләр.

Йәшәйешкә улар дан йырлайҙар,

Көйрәп торған саҡта һулыштар,

Йәндәр тетрәгәндә, хәбәр килеп

Илдәр сигендәге һуғыштан.

Килер ул таң, килер тынлыҡ таңы,

Үҙ-үҙеңә генә һин табыл.

Тыңлайым мин ташлап бар эшемде —

Эй дауалай йәнде был былбыл.

Искәндәриә.

8/06/25