Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте менән тап 2-се Этҡол ауылында мәшһүр "Урал Батыр" эпосы яҙылып алынған

Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте менән тап 2-се Этҡол ауылында мәшһүр "Урал Батыр" эпосы яҙылып алынған. Ошо тарихи урында мәртәбәле, мәғәнәле, һиммәте һәм ҡиммәтле сара үтте бөгөн, 8 июнь.

Был урын Этҡолдар өсөн һәр ваҡыт ҡәҙерле, ҡиммәтле, зиннәтле ер, рухи мәккә булды, сөнки тап ошонда 1910 йылда мәғрифәтсе Мөхәмәтша Буранғолов сәсәндәр Хәмит Әлмөхәмәтов һәм Ғәбит Арғынбаевтарҙан бөйөк эпосыбыҙҙы яҙып ала, ҡағыҙға теркәй.

Һәр заманда ла 2-се Этҡол ере "Урал батыр" эпосына ҙур иғтибар, ихтирам бүлде, ҡәҙерләне, данланы, һаҡланы. Элек-электән 2-се Этҡол сәсәндәр, ҡурайсылар, көрәшселәр төйәге булды, был бушҡа түгел - бөйөк эпос яҙылып алынған төбәк тап шулай булырға тейеш. Афарин, 2-се Этҡолдар!

Байрам менән!!!

Мәшһүр "Урал Батыр" эпосы көнө менән!!!

🖊️Гөлйемеш Ишмурзина

-2
-3