Бөгөн "Урал батыр" эпосы көнө. Был беҙҙең халыҡтың хазинаһы. Боронғолоғоноң дәлиле. Әҫәрҙә беҙҙең тормошҡа ҡараш, рухи ҡиммәттәр, тәрән фәлсәфә, тарих, серле кодыбыҙ йәшеренгән. Уны уҡый, тоя, аңлай, һиҙә белгән йөрәк кенә кәрәк. Бындай эпосы булған халыҡ иң боронғоларҙан һанала. Шуның өсөн дә үҙебеҙҙе һайланмыш, фәтихәле ҡәүем тип ышанам. Һәм был ысынлап та шулай. Ҡырҡып, бесеп, йәшереп, юҡ итеп, онотторғандан һуң да әле ҡомартҡыларыбыҙ килеп сыға, бар, һаҡлана. "Ай йола"ның донъя шаулатҡан клибының уңышы ла шул боронғо хәтер. Милләтенә лә ҡарамай уята алған икән, был табыш, асыш. Аллаһ тәғәләм ошо балаларына был миссияны тапшырған, был хәлдең булыры бынан әллә нисә мең йыл элек, анабыҙ Һауа хозурынан осоп сыҡҡан мәлебеҙҙә үк, маңлайҙарына яҙылған булған. Әҫәрҙе ҡабат уҡып, уйланып, хәтер яңыртыр көн. Бөгөнгө тормошобоҙ ҙа бар унда, бөгөнгө персонаждарҙы ла табырға мөмкин. Эҙләйек әле.