Элегерәк беҙҙең ауылда бер ҡыҙ кейәүгә сыҡты ла бер аҙнанан кире тейәнеп ҡайтып төштө. Ҡәйнәм һыйҙырмай тип аңлатты. Ире инәлеп килеп тә торманы. Ҡыҙ бик тиҙ генә икенсе егеткә кейәүгә сыға һалды.ҡайһы арала танышып өлгөргәндер. Бер айҙан уныһынан да айырылып ҡайтты. Бошмаҫ ҡына ҡыҙ ине, ҡайғырып та йөрөмәне. Бер мәлде өсөнсө тапҡырға кейәүгә сыға икән тип ишетәбеҙ. Шаулап-гөрләп туй бара икән. Ҡыҙҙың ҡустыһы эсеп алған да һандыҡты ҡосаҡлап - эх, бәхетле лә һандыҡ бит һин- өсөнсө урынға китеп бараһың бит тип әйткән тей.
Элегерәк беҙҙең ауылда бер ҡыҙ кейәүгә сыҡты ла бер аҙнанан кире тейәнеп ҡайтып төштө
7 июня 20257 июн 2025
~1 мин